Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикала хәҙер туғыҙ кластер бар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә мөһим яңылыҡ менән уртаҡлашҡан. “Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙә министрлығы реестрына Башҡортостандың яңы кластерҙары – станоктар төҙөү, еңел сәнәғәт, шулай уҡ төбәк-ара автомобиль кластерҙары, шул иҫәптән “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәте, “МДМ” фәнни-етештереү фирмаһы” предприятиелары индерелде. Шулай итеп, республикала туғыҙ кластер иҫәпләнә һәм Башҡортостан бындай берекмәләр һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй. Бындай формат ныҡлы етештереү сылбырын, яңы эш урындарын булдырырға, шулай уҡ предприятиеларға өҫтәмә льготалар һәм өҫтөнлөктәр алырға ярҙам итә. Мәҫәлән, кластерҙа ҡатнашыусылар федераль ярҙамға дәғүә итә ала. 2023 йылдың 1 ғинуарынан резиденттарға кластер проекттарында ҡатнашыусы хеҙмәткәрҙәр өсөн страховка иғәнәләрен ете йылға 30 проценттан 7,6 процентҡа тиклем кәметтеләр. Кластерҙар продукцияһын һатып алыусыларға старт партияларын алыуға сығымдарҙы 50 процентҡа тиклем компенсациялау ҡарала. Бөгөн кластерҙа ҡатнашыусы сәнәғәт предприятиелары эшен ябайлаштырыу, тикшереүҙәр һанын кәметеү маҡсаты ҡуйыла. Сәнәғәт кластерҙарының инновациялы продукцияһына гарантияланған ихтыяжды тәьмин итеү шулай уҡ мөһим”. Фото: https://vk.com/feed