Уҙған йылдың көҙөндә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы үҙ эшен башланы. Район-ҡалаларҙа ла улар әүҙем эшмәкәрлек алып бара. - Ирекмән булыу – ул тирә-яҡ донъяға үҙ көсөңдө һәм күңел йылыһын бүлеү, кешеләргә байрам, хәстәрлек бүләк итеү, шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәләрҙән ысын ләззәт алыу, - ти Тәтешле районының М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы координаторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Гүзәл Әхмәтдинова. Штабтың урындағы бүлексәһе мобилизация башланғандың тәүге көндәренән үк ойошторола һәм шул ваҡыттан алып яугирҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына әүҙем ярҙам күрһәтә. Күптәр кеүек үк әле алғы һыҙыҡта булғандарға маскировка селтәрҙәрен бәйләй, гуманитар ярҙам йыя. Күпме кеше йәлеп ителгәнен әйтеүе ҡыйын, сөнки Үҙәк штабтан тыш һәр ауыл биләмәһендә бүлексә-филиалдар бар. Ирекмәндәр рәте көндән-көн тулылана бара. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары