Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров яңы балалар поликлиникаһында булды

15 декабрҙә Баймаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йыл аҙағына тиклем асырға планлаштырылған балалар поликлиникаһында булды. Медицина учреждениеһын 2021 йылда Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса төҙөй башлайҙар. Уны “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын модернизациялау республика программаһы буйынса төҙөйҙәр. 5,8 мең кв.м майҙанлы өс ҡатлы бинала педиатрҙар, оториноларинголог, офтальмолог, невролог, травматолог-ортопед, хирург, кардиолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр ҡабул итәсәк. Поликлиникала иҫкәртеү, лаборатория, нур һәм функциональ диагностика бүлектәре, һауыҡтырыу физкультураһы залы булған физиотерапия бүлексәһе, массаж һәм стоматология кабинеттары була. Поликлиниканы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырғандар. Тәүге медицина ярҙамын бында 15 меңләп Баймаҡ районы балалары аласаҡ. Радий Хәбиров 2023 йыл аҙағына поликлиника тәүге пациенттарын ҡабул итһен өсөн тиҙ арала ойоштороу процедураларын тамамларға ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.