Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр фәнгә ылыҡһын өсөн

Физика һәм математика ғилми үҙәге студенттар һәм аспираттар менән быйыл йомғаҡлау Фәнни десант осрашыуын уҙғарҙы. Был сара Өфөлә Евразияның ғилми-белем биреү үҙәге йортонда ойошторолдо. Физика һәм математиканың милли үҙәгенең алдынғы ғалимдары һәм йәш тикшеренеүселәренең технология вуздарының студенттары менән осрашыуы һөҙөмтәле булды. “Фәнни десант НЦФМ” Бөтә Рәсәй проектын ике ай дауамында томошҡа ашырыу барышында йәш ғалимдар Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһында – Һарытауҙа, Силәбелә, Екатеринбургта, Санкт-Петербургта, Воронежда, Дондағы Ростовта, Ҡазан һәм Өфөлә булды. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы директоры Ирина Буренина әйтеүенсә, илебеҙҙең һәм донъяның алдынғы ғилми-белем биреү үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә төбәк фәне лә күпкә һөҙөмтәлерәк үҫешә. - Физика һәм математиканың милли үҙәге – беҙҙең өсөн фән һәм яңы ҡаҙаныштар өлкәһендә өҫтөнлөклө партнер булып тора. Әлеге көндә беҙ Башҡортостанда Евразия белем биреү үҙәге ҡатнашыусылары нигеҙендә фәнни йәштәр лабораторияһын күпләп булдырыу буйынса ҙур төбәк проектын тормошҡа ашырабыҙ. Яңы партнерлыҡ ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙе тиҙләтер, тип ышанабыҙ, - тине Ирина Буренина. Евразия ғилми белем биреү үҙәге вуздары инженер-техник йүнәлеш буйынса университеттар рейтиныгыһында лайыҡ урын биләй. фото: Ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы матбуғат хеҙмәтенән.