15 декабрҙә Баймаҡ районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1-се Төркмән ауылының урта мәктәбендә булды. 2023 йылда ул Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән үткәрелгән «Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау» федераль программаһы буйынса ремонтланған. Мәктәпте яңыртыуға 47 миллион һум самаһы йүнәлтелгән, шуның 39 миллионы - федераль ҡаҙнанан. Төҙөүселәр ҡыйыҡты алмаштырған, фасадын көпләгән, биналарҙы эске яҡтан биҙәгән, иҙәндәрен, инженер селтәрҙәрен яңыртҡан, аҙыҡ-түлек блогын ремонтлаған. Шулай уҡ биләмә янын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған - ҡоймалар яңыртылған, юлдарға асфальт түшәлгән, урам яҡтыртҡыстары ҡуйылған. Өҫтәмә рәүештә уҡыу йортон йыһазландырыуға - мебель, һанлы ҡорамалдар, спорт тауарҙары һәм ашхана техникаһы һатып алыуға алты миллион һум бүленгән. Радий Хәбиров башҡорт теле класында булды, сенсор класын, ашхана, тамашалар һәм волейбол күнекмәһе барған спорт залын ҡараны. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар Башҡортостан Башлығына уҡыу һәм эшләү өс