Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр бәхетле булһын!

15 декабрҙә Баймаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаевты һәм уның кәләше Юлиә Ишбулатованың никах тантанаһында ҡатнашты. Республика етәксеһе Донбассҡа эш сәфәрҙәренең береһендә кейәү егете менән танышҡан. Илдар тиҙҙән өйләнергә йыйыныуы хаҡында һөйләгән һәм төбәк Башлығын үҙҙәренең никах тантанаһына саҡырған. - Ул саҡта Баймаҡта булһам, мотлаҡ йәш ғаиләне ҡотлаясаҡмын тип әйткәйнем, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Һеҙгә ныҡлы мөхәббәт, бәхет теләйем, күберәк балалар табығыҙ, бер-берегеҙгә, ата-әсәләрегеҙгә һәм туғандарығыҙға ихтирам менән ҡарағыҙ. Илдар менән Юлиә Башҡортостан Башлығына ҡотлауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, Радий Хәбировтың килеүе улар өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды, тине. Илдар Юлдыбаев Баймаҡ лицей-интернатын тамамлағандан һуң 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының «Технология һәм эшҡыуарлыҡ» факультетына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһында оператор булып эшләй. 2023 йылдың октябренән - Башҡортостан юлдаш телеканалының махсус хәрби операция зонаһында хәрби хәбәрсеһе. Кәләше Юлиә Ишбулатова Башҡорт дәүләт медицина университетының «Дауалау эше» факультетында бишенсе курста уҡый. Фото: БР Башлығы сайтынан.