Федоровка районы егеттәре лә бөгөн алғы һыҙыҡта батырлыҡ, ҡыйыулыҡ өлгөһө күрһәтә. Шуларҙың береһе - ”Сема” позывнойлы яугир “Ашҡаҙар таңдары” гәзите хәбәсеһе һорауҙарына яуап биргән. Ни өсөн йәш егет үҙ теләге менән шундай яуаплы аҙымға барырға булған? – Мин күптән контракт буйынса армияла хеҙмәт итергә теләй инем. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, ҡустым повестка алды, ә миңә – юҡ. Шуға күрә контракт төҙөргә тура килде. Мәскәү эргәһендә армияла хеҙмәт иткәндән һуң, заводта, тимер юл предприятиеһында эшләнем. Хәрби әҙерлек барышында хәрби машина командирына уҡыттылар. Республикала беренсе булып төҙөлгән М. Шайморатов исемендәге батальонға эләгергә теләнем, унда таныштарым да бар ине. Тәүге хәрби сынығыуҙы бер ҡасабаны штурмлау ваҡытында алдым, шунан һуң бүлексә командиры булып киттем. Бер ай буйы шунда булдыҡ. Заданиены үтәгәндән һуң рота старшинаһы итеп тәғәйенләнеләр. Әле прапорщик званиеһында хеҙмәт итәм. Башҡортостан Башлығын ике тапҡыр күрергә яҙҙы, уның ҡулынан Шаймортов миҙа