Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әлим Ҡәйүмов – халыҡ артисы!

Юғары сәнғәт усағы булған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова театрға, сәнғәткә оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт иткән артистарға, коллективтың башҡа ағзаларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында моңо менән халыҡ араһында танылыу яулаған хөрмәтле йырсыбыҙ Әлим Ҡәйүмов та бар. Опера труппаһы йырсыһына "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән юғары исем бирелде. Был хаҡта театрҙың социаль селтәрендә хәбәр ителде. Йырсыны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да илһамланып ижад итеүен, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Фото: vk.com/bashopera