Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яуаплылыҡ йәш етәксене ҡурҡытмай

Бөтә донъяны ошо һөнәр тотоп торғандай. Уҡытыусы... Илдус Ғайса улы Кәримовты балалар донъяға позитив ҡарашы, асыҡлығы, тиң күреп һөйләшеүе өсөн яраталар, хөрмәт итәләр. Йәш белгестең почетлы һәм абруйлы вазифаға – Яныбай төп дөйөм белем биреү мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеүенә аҙ ваҡыт үтһә лә, уның профессияға һөйөүен, булдыҡлылығын һәм уҡытыу процесын камиллаштырыуға бөтә тырышлығын һалып эшләүен күрмәү мөмкин түгел, тип яҙа “Новый Белокатай” гәзите. Уҡытыусы коллективы етәксенең Уҡытыусы һәм остаз йылында уңышлы эшләүен билдәләп, киләсәктә яңы бурыстар, сиселештәр өҫтөндә тағы ла дәртләнеберәк намыҫ менән эшләйәсәгенә өмөт тота. Илдус Ғайса улы 2006 йылда Яныбай урта мәктәбен тамамлағас, Мәсәғүт педагогия колледжына уҡырға инә. Башланғыс мәктәптәр уҡытыусыһы белгеслегенә эйә була һәм өҫтәмә белем ала, ул – физкультура уҡытыусыһы. Аҙаҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ситтән тороп тамамлай, армия хеҙмәтен үтә. Бына шундай тормош тәжрибәһе туплағандан һуң, уны, ҙур ышаныс күрһәтеп, тыуған мәктәбенә етәксе итеп саҡыралар ҙа инде. Йәш директорға яратҡан һөнәрендә яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Фото: https://belokatay.ru/