“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ҡариҙел районының 1-се урта мәктәбендә уҡыусылар өсөн “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы ресурстарын файҙаланып тәүге дәрестәр башланды. Ике аҙна дауамында 180 баланың юғары технологиялы ҡорамалда шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Уҡыусылар роботтарҙы, ябай уйындарҙы һәм анимацияларҙы программаларға, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнәсәк, виртуаль ысынбарлыҡ донъяһына сумасаҡ, ябай аҡыллы ҡоролмалар булдырасаҡ. Дәрестәрҙә балалар мәғлүмәт технологияларын, виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡты, геоинформатиканы һәм сәнәғәт дизайны нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары уҡыусылар менән һәр ҡайһыһы үҙ йүнәлеше буйынса ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә. "Уҡыусыларыбыҙ бик бәхетле. 180 бала күсмә технопаркта шөғөлләнәсәк. Тәүге көндә үк остаздар балаларға голограмма яһау өсөн ҡоролмалар булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, тулыландырылған ысынбарлыҡ буйынса интерактив уйындар ойошторҙо. Дәрестәр бик ҡыҙыҡлы, фәһемле”, – тип билдәлне өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Рөстәм Солодовников. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.