Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юлдарҙы хәстәрләп...

2024 йылда Салауат ҡалаһында Ленин, Октябрь, Нуриманов, Ленинград урамдарындағы дүрт участкала юлдар төҙөкләнәсәк. Улар “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә башҡарыласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. “Юлдарҙың был участкаларында социаль яҡтан мөһим объекттар урынлашҡан. Шуға ла киләһе йылда уларҙың торошон яҡшыртыу ниәтләнә”, – тине республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Был эштәрҙе 2024 йылдың өсөнсө кварталында тамамлау ниәтләнә. Үтеп барған йыл да был йәһәттән уңышлы. Милли проект сиктәрендә төбәк, муниципаль-ара, урындағы әһәмиәттәге 200 километрҙан ашыу автомобиль юлы төҙөкләндерелгән. - Был программаны беҙ артабан да дауам итәсәкбеҙ. Финанслау ҙа мөмкин булған тиклем күбәйтеләсәк, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 ноябрҙә үткән тура бәйләнеш барышында. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проекты Рәсәй Президентының “2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары” тураһындағы указына ярашлы булдырылған һәм унда илебеҙҙең 84 төбәге йәлеп ителгән. Яңы юлдар бизнес өсөн яңы перспективалар аса, төбәктәр менән бәйләнеште нығытыу йәһәтенән мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Былар барыһы ла иҡтисадты үҫтереү өсөн нигеҙ булдыра. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.