Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында төбәктең бизнес-шәрифтәре менән аҙналыҡ онлайн-кәңәшмә үтте, ул муниципалитеттарҙа инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналды. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының инфраструктураны үҫтереү бүлеге начальнигы Марина Жиленко муниципаль берәмектәр биләмәһендә туристик индустрия субъекттарының инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Башҡортостанда туризм индустрияһы йылдам үҫешә, тип билдәләне спикер. Яңы ҡунаҡханалар, туристик комплекстар һәм маршруттар асыу тағы ла күберәк ҡунаҡтар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. 2023-2024 йылдарҙа төбәктең туристик тармағын үҫтереүгә 1,5 миллиард һум федераль ярҙам, шул иҫәптән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә лә йәлеп ителгән. Башҡортостан был йүнәлештә Рәсәй Федерацияһында лидерҙарҙың береһе булды. Шулай уҡ Марина Жиленко субсидиялар алыусыларға ҡуйылған төп талаптар тураһында иҫкә төшөрҙө һәм киләһе йылға төбәктең туристик тармағын үҫтереү буйынса пландары хаҡында һөйләне. Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.