Йәрмәкәй районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Эльвира Мирғәсимова белдереүенсә, Йәрмәкәй районынан Әлфиә һәм Динар Ишмөхәмәтовтар тәүге тапҡыр 2022 йылдың декабрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнаша. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә бындай осрашыуҙар даими рәүештә Башҡортостан райондары хакимиәттәрендә үткәрелә. - Эшҡыуарҙар районда глэмпинг хеҙмәтен үҫтерә. Хакимиәттә уларҙың А-фрейм тибындағы йорттар төҙөү тәҡдимен хупланылар. Грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләү буйынса кәңәштәр бирҙек, ер ҡануниәтен асыҡларға ярҙам иттек, - ти Эльвира Мирғәсимова. Динар Ишмөхәмәтовтың Йәрмәкәй районы тәбиғәтендә ял итеү урыны булдырыу тураһындағы бала саҡ хыялы тормошҡа ашҡан һәм 2023 йылда эшҡыуарҙар гранттар отоп, субсидиялар алған. Киләсәккә пландары ҙур. Йүнселдәр каноэла ағып төшөүҙе, атта йөрөүҙе ойоштороу һәм туристик һуҡмаҡтар булдырыу буйынса эш башларға йыйына. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.