Һүҙем район үҙәге Бүздәктәге 2-се мәктәптә белем алған ағалы-ҡустылы Арсен һәм Алмаз Дистановтар тураһында. Арсен 8-се класта тик "бишле"гә генә уҡый, Алмаз агро-инженер класында белем ала. Уларҙы уртаҡ ҡыҙыҡһыныу берләштерә – икеһе лә каникулда ҡарағат, ҡурай еләге, мәтрүшкә кеүек файҙалы үләндәрҙе йыйыу, киптереү менән мәшғүл. Алмаздың агрокласта уҡыуы ла ошондай шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Ул хатта ошо тема буйынса ғилми-тикшеренеү эше лә башҡарған. Ә быйыл улар сейә япраҡтарын ферментлап та ҡараған. Егеттәр төрлө күргәҙмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Бүздәктә үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тигән сарала үҙҙәренең продукцияһын “һә” тигәнсә һатып бөтәләр һәм эшләнгән аҡсаға йүнсел туғандар мәктәптәренә район флагын бүләк итәләр. ”Бәлеш-фест” фестивалендә үләндәрен “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” туры менән килгән оло йәштәгеләргә таратҡандар, ошо рәүешле өлкән йәштәгеләрҙең күңелен күргәндәр. Әйткәндәй, егеттәр өйҙә лә яҡындарын үҙҙәре йыйып киптергән хуш еҫле үләндәр менән һыйлай.