Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"13-сө" өсөнсөгә атай булды!

Бөгөн ҡыуаныслы хәбәр билдәле булды. Уның менән Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов уртаҡлашты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрынының беренсе урынбаҫары, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция билмәһендә хеҙмәт иткән Азат Бадранов өсөнсөгә атай булған. “Махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала саҡта һөйөнөслө хәбәр ишеттек: 13 декабрҙә "13-сө" позывнойлы яугирҙең ҡыҙы тыуған! Етмәһә, уның хәрби хеҙмәтенең 13-сө айында! Эйе, һүҙ беҙҙең алмаштырғыһыҙ "13-сө" – Азат Бадранов тураһында. 13 – бит уның яратҡан һаны. Өсөнсөгә атай булыуығыҙ менән ҡотлайым, Азат Шамил улы! Сабый һау-сәләмәт, ата-әсәһе ҡурсауында, тыныс, имен тормошта бәхетле бала булып үҫһен!” – тип яҙҙы ул. Азат Шамил улының ғаиләһен кеше тормошондағы иң матур ваҡиғаларҙың береһе менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бәпес иҫән-һау үҫһен, гел ҡыуандырып торһон. Фото: "Башинформ".