Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡташ уҡытыусыбыҙ премияға лайыҡ булды!

”Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Геройы Алексей Романов “Ватанды һаҡлаусы уҡытыусы” номинацияһында милли ижтимағи-профессиональ премияһы еңеүселәрен бүләкләне. Иң яҡшылар иҫәбенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 29 ветеран инде. Шулай уҡ сарала Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов та ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, премия биш номинацияла тапшырыла. Уның лауреаттары – ватан мәғарифын үҫтереүгә, традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыуға, тарихи хәтерҙе һаҡлауға, балаларҙы һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән уҡытыусылар һәм остаздар. Балаҡатай районынан уҡытыусы, махсус хәрби операция ветераны Ғәлиулла Закиров премия лауреаты булып танылды. Ул 2022 йылдың авгусынан декабренә тиклем А.Доставалов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт иткән, һуңынан педагогия эшмәкәрлегенә кире ҡайтҡан. Коллегалары уның тураһында тик ыңғай фекер йөрөтә. “Ватанды һаҡлаусы уҡытыусы” номинацияһында ҡатнашыусыларҙың күбеһе йәштәр менән белемдәрен уртаҡлашып ҡына ҡалмаған, ә үҙҙәре лә күп нәмәгә өйрәнгән. Шулай уҡ ветерандар премия алыу өсөн уларҙың кандидатураларын тәҡдим иткән ”Ватанды һаҡлаусылар” фондының ролен айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фото: шәхси архивтан.