Найти тему
Башҡортостан гәзите

МХО темаһы - иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Владимир Путиндың Рәсәй халҡы менән тура эфиры үтә. Ул күптән түгел башланды һәм тәүге һорауҙар махсус хәрби операция темаһына ҡағылды. Алып барыусылар бик күп рәсәйҙәрҙе борсоған һорауҙы бирҙе. “Илдә өлөшләтә мобилизацияның икенсе тулҡыны булырмы?” – Былтыр сентябрҙә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, 300 мең самаһы кеше алынды. Халыҡ араһында төрлө һүҙҙәр йөрөнө, ҡайһы берәүҙәр көлөп тә ҡараны, “мобиктар” нимә эшләй алһын тине. Ә хәҙер ҡарағыҙ, бына тигән итеп һуғышалар, улар араһында ғына 14 Рәсәй Геройы бар, ҡаһармандар бик күп. Мобилизацияның икенсе тулҡынына килгәндә. Махсус хәрби операция дауамында доброволецтар килә башланы. Был ағым әле бик ҙур. Кисәге көнгә һандарҙы әйтәм: 480 мең кеше контракт төҙөгән! Һәм ағым туҡтамай. Көн һайын 1500 кеше килә. Шундай ҡыйыу ир-аттар булғанда ни өсөн беҙгә мобилизация кәрәк булһын? – тип яуап бирҙе Владимир Путин. Фото: kremlin.ru