Әлеге ваҡытта Башҡортостандың ҡала һәм райондарында милләттәштәребеҙҙе берләштергән 70 ҡоролтай – йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Уларҙың барыһына ла йөрәге халҡым тип янған, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ иткән, һөнәренә, вазифаһына һәм йәшенә ҡарамай, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаған рухлы, әүҙем милләттәштәребеҙ етәкселек итә. Конкурсыбыҙға улар араһындағы иң-иңдәрҙе һайланыҡ. Һеҙ ҙә үҙ һүҙегеҙҙе әйттегеҙ, яҡташтарығыҙҙы хупланығыҙ, хөрмәтле дуҫтар! Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйгенең — үҙ ҡағиҙәләре. Шулай итеп, иң күп тауыш йыйған өс шәхес асыҡланды. Улар түбәндәгесә: I урында — Ришат Вәкил улы Ишембәтов, Баймаҡ районы II урында — Сөмбөл Фәим ҡыҙы Исмәғилева, Ҡыйғы районы III урында — Әлфиә Урал ҡыҙы Шәйнурова, Тәтешле районы Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Конкурс шарттары буйынса, улар хаҡында «Башҡортостан» гәзите биттәрендә мәҡәлә донъя күрәсәк. Бәйгелә ҡатнашҡан һәр шәхескә, уларҙы дәртләндереп, дәррәү тауыш биргән, һоҡланыу һүҙҙәрен йәлләмәг