Эльдар былтыр июнь айында уҡ махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китә. Тәүҙә ул Алкинда, Доставалов исемендәге батальон формалашҡан урында, хеҙмәт итә. Аҙаҡ Түбәнге Новгород эргәһендә хәрби әҙерлек үтә. Туғыҙ ай эсендә төрлө фронттарҙа һуғышырға өлгөрә, ике тапҡыр яралана. Тәүгеһе еңелсә үтһә, икенсеһендә аяҡтары миномет утынан яралана һәм уны хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар. –Беҙҙе хеҙмәткә яҡшы әҙерләнеләр, техника ла етерлек ине. Башҡортостан бына тигән бронежилеттар менән тәьмин итте. Ни өсөн үҙ теләгегеҙ менән алғы һыҙыҡҡа ашҡындығыҙ, тиһегеҙме? Сөнки беҙ унда кәрәк инек. Хәлдең етдилеген күрҙек, оборонаны взводыбыҙ менән нығытҡас, бер аҙ тотороҡлоҡ урынлашты, – ти ул. –Ә яҡындарығыҙ ҡарарығыҙҙы нисек ҡабул итте? –Төрлөсә. Ҡатын иланы, һеңлем “иҫәр” тине, улым ғына бөтәһен дә аңланы. Ә атай-әсәйемә тәүҙә бер ни ҙә өндәшмәнем. Мин эске ғәскәрҙәр кесе сержанты, ике йыл хеҙмәт иттем, хәрби колонналарҙы һаҡланым. Ниндәй булһа ла, тәжрибәм бар. Дошмандың кем, нимәгә һәләтле