Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡы менән тура бәйләнештә аралаша. Ул “Ватанды һаҡлаусылар” фонды эшенә айырым иғтибар итте. “Ватанды һаҡлаусылар” фондына килгәндә. Яҡшы эшләй. Унда бик һәйбәт кешеләр йыйылған. Эйе, кешеләр шәп. Бик позитив эш алып баралар. Фонд эшмәкәрлеген камиллаштырасаҡбыҙ. Һәм был хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса һәйбәт, йоғонтоло инструмент булыуына өлгәшәсәкбеҙ”, – тине Президент. Фонд эшләй башлағандан алып 422 000 самаһы мөрәжәғәт килгән, уларҙың 334 000-дән ашыуы хәл ителгән. Башҡортостан Республикаһындағы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән әүҙем һәм даими эш алып бара. Фронттан ҡайтҡан һәр Башҡортостан кешеһенә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү процесында уны оҙатып йөрөүсе социаль координатор беркетелгән. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, фондтың филиалы асылғандан алып алты ай эсендә байтаҡ
Владимир Путин: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һәйбәт эшләй
14 декабря 202314 дек 2023
1 мин