Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы төбәктәрҙең дәүләт микрофинанс ойошмаларының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Был ойошмалар барыһы ла МСП.РФ федераль платформаһында эш итә. Бәләкәй бизнесҡа һанлы форматта бурысҡа биреү буйынса иң алдынғы өсәү иҫәбенә Башҡортостан микрокредит компанияһы ла инде. Беренсе һәм икенсе урындарҙа – Иркутск өлкәһенең Микрокредит фонды һәм Әстрхан өлкәһенең Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фонды. “Быйыл сентябрҙә илебеҙ эшҡыуарҙары өсөн МСП.РФ һанлы платформаһында “Микрофинансты һайлау һәм алыу” тигән яңы сервис эшләй башланы. Уны Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә булдырҙы. Өс ай эсендә Башҡортостандың микрокредит компанияһы ошо сервис аша төбәк эшҡыуарҙарына 61,1 миллион һумлыҡ кредит бирҙе лә инде”, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Башҡортостандың микрокредит компанияһы – иң алдынғылар иҫәбендә
14 декабря 202314 дек 2023
~1 мин