Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡы менән тура эфирҙа аралашты. Быйыл был мөһим сәйәси сара 4 сәғәт тә 4 минут дауам итте. Был ваҡытта дәүләт башлығы 67 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Көтөлгәнсә, һорауҙарҙың ҙур өлөшө махсус хәрби операция, социаль, тышҡы һәм эске сәйәсәт темаларына ҡағылды. Шулай уҡ Владимир Владимирович шәхси һорауҙарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Сара матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш менән берләштерелде. Владимир Путин халыҡ мөрәжәғәттәренә лә, залдағы журналистар һорауҙарына ла яуап биреп өлгөрҙө. Башҡортостандан унда “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм “Янаульские зори” гәзите хәбәрселәре ҡатнашты. Ваҡыт етмәү сәбәпле улар дәүләт башлығына үҙенең һорауын биреп өлгөрмәне. Аралашыуға килгәндә, ул һәр ваҡыттағыса ҡыҙыҡлы булды. Владимир Путиндың сараға ныҡлы әҙерлекле булыуы, күп мәсьәләләрҙе белеп тороуы күренде. Тура эфирға сыҡҡан проблемалар шунда уҡ хәл ителәсәк, тиелде. Мәҫәлән, Ҡырымдағы балаларҙың спорт залы ремонтланасаҡ, Свердловск өлкәһендәге ауылға юл һалыу мәсьәләһе ҡараласаҡ, эшҡыуарға ярҙам күрһәтеләсәк һәм башҡалар. Программа башында Владимир Путинға 2100000 һорау килгәйне. Уларҙы тапшырыу тамамланғансы ҡабул иттеләр. Халыҡ фронты йыл дауамында килгән бар һорауҙарҙы өйрәнәсәк, уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Фото: ria.ru