Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусы абруйы һәр саҡ юғары буласаҡ

Кисә Әлшәй районы үҙәге Мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Унда урындағы барлыҡ педагогик йәмәғәтселек, тармаҡ ветерандары, уҡыусылар, хакимиәт етәкселәре ҡатнашты. Ҙур сара алдынан район үҙәгенең Яңауыл биҫтәһендәге 5-се мәктәбендә исемле йыл уңайынан белем усағы ветерандарын йыйып, күркәм сара ойошторолдо. Хаҡлы ялда булһа ла, педагогтар һаман да үҙ бурыстарына тоғро – бөгөнгө мәғарифтың торошона, үҫешенә, заманса мөмкинлектәренә бәйле фекерҙәрен белдерҙе, кәңәштәрен еткерҙе, ағымдағы уҡыу йылынан яңы бинала эш башлаған мәктәпкә ҙур уңыштар теләне улар. Ветерандарға уҡыусылар концерт номерҙары күрһәтте, унан өлкәндәр төрлө кабинеттар буйлап йөрөп, белем биреү тармағының бөгөнгө мөмкинлектәренә шаһит булды, “элек беҙгә шундай шарттар тыуҙырылған булһа...” тип бер аҙ көнләшеп тә ҡуйҙы. Ашханала иһә уларға бай табын әҙерләнгән ине. Элеккеләрен иҫләп, матур хәтирәләре менән бүлешеп, бөгөнгө хәлдәре хаҡында һөйләп, йәш уҡытыусыларға кәңәштәрен биреп, байрамдан бик ҡәнәғәт булып, артабан тотош район педагогтары йыйылған Мәҙәниәт йортона юлланды ветерандар. Бында фойела урындағы белем биреү учреждениелары педагогтарының төрлө хеҙмәттәренән, ҡул эштәренән бай күргәҙмә ойошторолғайны. Уларҙы ҡараған һәр кем уҡытыусыларҙың ижади зауҡына, күңел матурлығына йәнә бер һоҡланды. Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан районда “Әлшәйҙең белем биреү учреждениелары йөҙҙәрҙә һәм ваҡиғаларҙа” тигән акция ойошторолоп, мәғариф усаҡтары бер-береһенә Хәтер китабы тапшырған, был сараларҙа ветерандарға оло хөрмәт күрһәтелгән. Йылды йомғаҡлау сараһында ошо акцияны матур итеп тамамлап ҡуйҙы әлшәйҙәр. Тантаналағы сығышында район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин барлыҡ педагогик йәмәғәтселекте байрам уңайынан ҡотлап, Әлшәйҙә белем биреү тармағының элек-электән көслө булыуын, уҡыусыларҙың тормошта лайыҡлы урынын табып, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләүен билдәләне. “Бының нигеҙендә, әлбиттә, уҡытыусыларҙың намыҫлы хеҙмәте, һөнәрен, балаларҙы мөкиббән яратыуы ята. Киләсәктә лә ошо юлдың лайыҡлы дауам ителеренә ышанабыҙ”, – тине үҙе лә данлыҡлы уҡытыусылар династияһынан булған Дамир Мостафин. Артабан сығыш яһаған етәкселәр ҙә – район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Чупова, шулай уҡ ветерандар уҡытыусы һөнәренең һәр заманда ла өҫтөнлөклө булып ҡалыуын, юғары баһаланыуын билдәләне, бөгөнгө педагогтарға уңыштар теләне, уларға ҙур ышаныс бағлауҙарын белдерҙе. Сарала алдынғы уҡытыусыларға, остаздарға Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының, район хакимиәтенең почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ урында уҙған “Йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурстарына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр хәҙер Әлшәй данын республика кимәлендә уңышлы яҡлар, тигән ышаныс белдерелде. Сара райондың белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән байрам концерты менән тамамланды. Унда балалар ҙа ихлас ҡатнашты. Сәхнәгә яҡташтары, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Рәшитов та сығып, киләсәгебеҙҙе тәрбиәләгән абруйлы һөнәр эйәләрен тәбрикләне, йырҙары менән ҡыуандырҙы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.