Әлеге ваҡытта мөһим сәйәси ваҡиға – Владимир Путиндың Рәсәй халҡы менән тура эфирҙа аралашыуы башланды. Ул "2023 йыл йомғаҡтары" тип аталды. Быйыл “Тура бәйләнеш” матбуғат конференцияһы менән берлектә үтә. Шуға күрә Владимир Путин менән бер студияла журналистар ҙа ултыра. Төбәк, федераль һәм сит ил хәбәрселәренең һаны 600 самаһы. Башҡортостан хәбәрселәре лә был мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Быйыл унда “Башинформ” агентлығы, Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм “Янаульские зори” гәзите хәбәрселәре ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе Владимир Путинға һорауын әҙерләгән һәм уңыш йылмайып, уны дәүләт башлығына бирә алырбыҙ тип өмөтләнәләр. Дәүләт башлығына һорауҙарға килгәндә, уны 1 декабрҙән ҡабул итә башлағайнылар, бөгөнгө сара тамамланғансы ебәрергә була. Уларҙың һаны әлеге ваҡытта 2 миллиондан ашыу. Кемдең һорау биререн Владимир Путин үҙе һайлай. Шулай уҡ алыштырғыһыҙ Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков ярҙам итә. Тәүҙә, ғәҙәттәгесә, Владимир Путин һандар телендә йылға йомғаҡтар яһаны. Бында ул иҡтисад, эш хаҡтары, социаль тармаҡ тураһында әйтте. Икенсе һорау махсус хәрби операцияға ҡағылды. Әлеге ваҡытта Президент ошо хаҡта һөйләне.