Балтас районының Мишәр ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Радик Вәлиәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн тушенка әҙерләп ебәрергә ҡарар итә. Был хакта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев яҙа. “Игелекле алым был! Акцияла ҡатнашыусыларға илһөйәрлектәре һәм берҙәмлектәре өсөн ҙур рәхмәт. Райондың волонтерҙар штабында йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, йыһаздар йыйыу дауам итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йыһазландырыу һәйбәт. Аҙыҡ-түлек менән дә тәьмин ителгәндәр. Әммә өй йылыһын, тыуған яҡ сәләме барыбер ҡәҙерлерәк. Был улар өсөн көслө ярҙам”, - тип яҙа Илгиз Субушев. Фотолар Балтас районы хакимиәтенән алынды.