Найти в Дзене
Башкортостан 24

Иҡтисади Башҡортостан - 14.12.2023 Реаль проблемалар менән шәхсән Президентҡа

   Иҡтисади Башҡортостан - 14.12.2023 Реаль проблемалар менән шәхсән Президентҡа
Иҡтисади Башҡортостан - 14.12.2023 Реаль проблемалар менән шәхсән Президентҡа

Реаль проблемалар менән шәхсән Президентҡа.

Владимир Путин менән тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы башланыуға ярты сәғәт тирәһе ваҡыт ҡала. Быйыл ул "Йыл йомғаҡтары" булараҡ анонсланды. Һәр ваҡыттағыса, ил башлығы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә айырым кешеләрҙең хәл ителмәгән мәсъәләләре лә, Рәсәй халҡын борсоған проблемалар ҙа, илдең киләсәгенә бәйле глобаль һорауҙар ҙа килә. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта ғына. Был юлы көнбайыш баҫымына, санкцияларға бәйле һәм әлбиттә, махсус хәрби операцияға ҡағылышлы һорауҙар күп.

Үткән йылдарҙағы кеүек үк, бензинға, аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы, коммуналь проблемалар, медицина, мәғариф, пенсия, социаль ярҙам... Килгән һорауҙар йәшәйештең барлыҡ тармаҡтарына ла ҡағыла – иҡтисад, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, демография, мәҙәниәт, сәнәғәт, спорт, транспорт.

Ни өсөн халыҡ ябай мәсьәләләр менән дә ил башлығына тиклем барып етә? Был урындағы властарҙың, хоҡуҡ һаҡлау органдарының халыҡты ишетмәүе, битарафлығынанмы? Тура бәйләнеш ваҡытында күтәрелгән мәсьәләләр артабан нисек хәл ителә?

"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуында уртаға һалып һөйләшер, теманы сисеү өсөн студияға Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, билдәле журналист, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы штабы рәйестәше Шамил Вәлиевты саҡырҙыҡ.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».