Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Владимир Путин йомортҡа хаҡына бәйле һорауға яуап бирҙе

Әлеге ваҡытта Владимир Путиндың ил халҡы менән тура эфирҙа аралашыуы дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ул ике сараны – халыҡ менән аралашыуҙы һәм матбуғат конференцияһын берләштерә. Халыҡтан Президентҡа йомортҡаға хаҡ артыуға бәйле һорау килде. Пенсионер ҡатын был проблеманың сәбәбен һәм уны хәл итеүҙе һораны. Владимир Путин был мәсьәләне беләм тине. Йомортҡаға хаҡ 40 процентҡа артҡан, тауыҡ итенә лә артыу бар. – Был турала ауыл хужалығы министры менән һөйләштем. Ул барыһы ла тәртиптә тине. Беҙҙә килемдәр арта, һорау арта, ә бына етештереү күләме артмай. Мин үҙем дә йомортҡа яратам. Хәл яҡшырыр тип ышанам. Министр менән һөйләшеү ике аҙна элек булғайны. Ғәфү итегеҙ, был Хөкүмәттең эшләп еткермәүе. Беҙ ваҡытында тауыҡ йомортҡаһы импортын асманыҡ, тик ҡарар ҡабул ителгән. Төркиә, Беларусь та тәҡдим итә. Яҡын арала хәл ителер тип вәғәҙә бирәм, – тине ул. “Матч” каналы хәбәрсеһе Олимпиадаға бәйле һорау бирҙе. Владимир Путиндан Рәсәй спортсыларына ошондай илебеҙҙе ҡаты сикләгән шарттарҙа Олимпиадала ҡатнашыу кәрәкме тип һоранылар. – Халыҡ-ара чиновниктарҙың Рәсәй спортына ҡарата эшләгәне Пьер де Кубертендың “О спорт, һин донъя” тигәненә ҡаршы килә. Спортсыларҙың бында ниндәй ҡағылышы бар? Әйҙә барһындар ҙа ярышһындар. Спорт сәйәсәттән тыш булырға, ул кешеләрҙе берләштерергә тейеш. Илдәге спортҡа килгәндә, беҙ уны үҫтереүҙе дауам итергә тейешбеҙ, – тине ул. Фото: kremlin.ru