Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов етәкселегендә бер төркөм журналистар махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала. Улар араһында яҙыусы, журналист, Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова ла бар. Ул “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә унда күргән, булған хәлдәр тураһындағы мәғлүмәттәре менән уртаҡлашып, фото һәм видеолар урынлаштырып бара. Әле ул "Кәрим" позывнойлы яугирҙең баянда уйнап йырлауын видеоға төшөрөп һалған. "Баянда 6 йәшенән уйнай. Әле аҙыраҡ тауышы бөтөп ауырып ултырһа ла, йоҡоһоҙ төн үткәргән булһа ла, беҙҙең күңел өсөн йырланы.Кәримде өйҙә ғаиләһе көтә. Имен-һау ҡайтып ҡатынын, балаларын ҡыуандырһын!"- тигән яҙыу ҙа ҡалдырған. Видео: Миләүшә Ҡаһарманова.