“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Хәҙер ауыл халҡы йорттарына яҡын урында сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бина әҙер, медицина учреждениеһының эшмәкәрлегенә лицензия алыу буйынса эш бара. ФАП эш башлау менән бында диспансерлаштырыу үтергә, вакцина яһатырға, тәүге медицина ярҙамын алырға мөмкинлек тыуасаҡ. Заманса пунктта фельдшер Гөлсинә Әхмәтйәнова һәм шәфҡәт туташы Гөлнур Ғәлина эшләйәсәк. Уларҙың икеһе лә ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған белгестәр, хеҙмәт стаждары ҙур. –Беҙ яңы пунктта Ҡунаҡбай һәм Көбәк ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәкбеҙ. Барлығы – 789 кеше, шул иҫәптән 281 бала. Мобиль пункттың асылыуын беҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тине фельдшер Гөлсинә Әхмәтйәнова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.