“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (нацпроект «Туризм и индустрия гостеприимства») ярҙамында Өфөлә яңы арт-объекттар ҡуйылды. Был хаҡта ҡала округы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Мостай Кәрим урамында “Башҡорт сәйе” арт-объекты барлыҡҡа килде. Композиция сәй һауытынан һәм милли төҫтәргә буялған кәсәләрҙән тора. Биҙәү өсөн башҡорт орнаменты ҡулланылған, ул шулай уҡ “Родина” кинотеатры алдында һәм Мостай Кәрим скверында ҡуйылған кибеттәр өсөн эшләнгән. Бынан тыш, Салауат Юлаев баҡсаһында “Йөрәк менән ҡулдар” фотозонаһы урынлаштырылды, ә Башҡорт дәүләт филармонияһы янында ярым ай рәүешендәге эскәмйә барлыҡҡа килде. Пушкин аллеяһында төрлө геометрик фигуралар эшләнә, электр селтәренә тоташтырылғандан һуң улар яҡтыртыу менән биҙәләсәк. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли п