Йылҡы ите борон-борондан башҡорттарҙың яратҡан ризығы һаналған. Ҡаҙыны әҙерләү өсөн йылҡы түшкәһенән ҡаҙыһын һәм ялын киҫеп, айырып алалар. Итен дә мулыраҡ итеп ҡушып ҡырҡҡанда, ҡаҙылыҡ тәмлерәк була. Нәҙек эсәктәрҙе 60–70 сантиметр оҙонлоғонда ҡырҡып, осон бәйләп, эсенә төрлө тәмләткес менән аралаштырып, йылҡының эс майын, итле ҡаҙыны тултыралар. Тоҙҙо бик әсе итмәй, самалап һалығыҙ, сөнки май бер аҙ кибеп, күләме кәмей. Аҙаҡтан эсәктең осон бәйләп, бер аҙ ҡайнар һыуҙа бешекләп алғанда, бешергән саҡта ысҡынып китмәҫме, тигән ҡурҡыу булмаясаҡ. Әҙер ҡаҙыларҙы туңдырғысҡа һалып ҡуйырға. Бешерер алдынан уны иретергә, бүҫелмәһен өсөн ҡайнап сығыр алдынан бер нисә урындан нәҙек энә менән тишкеләп алырға мөмкин. Хәҙер күп оҫтабикә ҡаҙыны ит турағыс аша үткәреп тә эшләй. Быныһы инде заманса ҡаҙы булараҡ киң танылыу яулай. Шулай ҙа ҡаҙыны элеккесә әҙерләүгә етмәй, ти хужабикәләр. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙы нисек әҙерләнә? Автор фотоһы.