Учалы районының Сәфәр ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Балалар баҡсаһын һәм табиплыҡ амбулаторияһын йылылыҡ менән тәьмин иткән ҡаҙанлыҡ шартлаған. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, бәләгә тарыған кешеләр юҡ. Балалар әлегә өйҙә. Урында ҡаҙанлыҡ шартлау ваҡиғаһының сәбәбен асыҡлау өҫтөндә оператив хеҙмәттәр эшләй. Балалар баҡсаһы һәм табиплыҡ амбулаторияһы эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылған. Тәүге медицина ярҙамын ауылдаштар күрше Мансур ауылында аласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән аҙнала Асҡын районының Солтанбәк ауылындағы мәктәптә ҡаҙанлыҡ шартлауы һөҙөмтәһендә 51 йәшлек эшсенең һәләк булыуы билдәле булды. Руслан Ғиләжетдинов фотоһы.