Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән ҡатын ире менән күрешеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына юлланған. Был хаҡтағы хәбәр социаль селтәрҙә киң таралғас, һәр кем уның был тәүәккәл аҙымға ни өсөн барырға теләүен белергә тырышты, ти яҙа “Огни Агидели”. Еленаның һөйләүенсә, уларҙың мөхәббәте ҡыҙға 16 йәш, ә буласаҡ иренә 19 тулғанда башланған.Ҡыҙ ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа килгәндә, егет армиянан ҡайтҡан. Йәштәр клубта таныша, биш йыл буйы дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә ҡарар итәләр. Хәҙер уларҙың Арина исемле ҡыҙҙары үҫә. Еленаның ире былтыр өлөшләтә мобилизация барышында хеҙмәткә алына. Ул быға тиклем электр монтеры булып эшләгән була. Ун айҙан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китә. –Мин ирем янына барып бер күрешеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе эҙләнем. Тәүҙә хәрби әҙерлек урынына барырға уҡталдым, тик алманылар. Гуманитар ылау менән бергә китеү планы ла килеп сыҡманы. Шулай булғас, бер генә юл ҡалғанын аңланым –үҙаллы сәфәргә сығырға кәрәклеген, – ти ҡатын. Еленаның утыҙ йәшен бергә үткәреү теләген