Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡорттар Екатеринбург тарихында ла ҙур роль уйнаған

Свердловск өлкәһендә "Башҡорттарҙың Екатеринбург ҡалаһының формалашыуына һәм үҫешенә индергән өлөшө" тип аталған Х төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уны Свердловск өлкәһендәге Башҡорт үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге ойошторҙо. Ҡунаҡтарҙы башҡорт фәнни әҙәбиәте баҫмалары ҡуйылған күргәҙмә ҡаршы алды, ҡатнашыусылар башҡорт халҡының тарихы һәм уның тау-завод цивилизацияһын һәм Екатеринбург ҡала-ҡәлғәһен төҙөүгә индергән өлөшө тураһында докладтар тыңланы. Форум ҡатнаш тәртиптә үтте. Унда юғары уҡыу йорттары ғалимдары, археологтар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музейҙар, архивтар, китапханалар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. "Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, төбәктә йәшәүсе башҡорттар Уралда мәғдән сәнәғәтен формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәм Рәсәйҙә тау белемен булдырыуҙа ҙур роль уйнаған. Конференция Екатеринбург ҡалаһының 300 йыллығына арналған фәнни һәм социаль әһәмиәткә эйә ваҡиғаға әүерелде. Са

Свердловск өлкәһендә "Башҡорттарҙың Екатеринбург ҡалаһының формалашыуына һәм үҫешенә индергән өлөшө" тип аталған Х төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Уны Свердловск өлкәһендәге Башҡорт үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге ойошторҙо. Ҡунаҡтарҙы башҡорт фәнни әҙәбиәте баҫмалары ҡуйылған күргәҙмә ҡаршы алды, ҡатнашыусылар башҡорт халҡының тарихы һәм уның тау-завод цивилизацияһын һәм Екатеринбург ҡала-ҡәлғәһен төҙөүгә индергән өлөшө тураһында докладтар тыңланы. Форум ҡатнаш тәртиптә үтте. Унда юғары уҡыу йорттары ғалимдары, археологтар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музейҙар, архивтар, китапханалар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. "Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, төбәктә йәшәүсе башҡорттар Уралда мәғдән сәнәғәтен формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәм Рәсәйҙә тау белемен булдырыуҙа ҙур роль уйнаған. Конференция Екатеринбург ҡалаһының 300 йыллығына арналған фәнни һәм социаль әһәмиәткә эйә ваҡиғаға әүерелде. Сараны яңы кимәлгә сығарырға ынтылабыҙ. Бының өсөн байтаҡ тәжрибә тупланды ла инде: Силәбе өлкәһендә йыл һайын үткәрелгән Рәсүлев һәм Аҡмулла уҡыуҙары, Ҡурған өлкәһендәге Таған уҡыуҙары. Форумдар Рәсәй Федерацияһы тарихын өйрәнеү өсөн төбәк-ара майҙансыҡтарға әүерелде", – тине Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов. Ул бындай сараларҙың күп милләтле Рәсәй халҡының тарихын һәм рухи мираҫын популярлаштырыуға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы менән Свердловск өлкәһе араһында фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеренә ышаныс белдерҙе. Сығанаҡ: pp74.bashkortostan.ru