Иртәгә, 14 декабрҙә мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. Илебеҙ Президенты Владимир Путин халыҡ менән туранан-тура аралашасаҡ. Үтеп барған йылға йомғаҡ яһау берләштерелгән матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш форматында үтәсәк. Махсус студияла ултырған журналистар һорауҙы шунда бирһә, халыҡтыҡы алдан йыйыла башлағайны. Эйе, сара тураһында иғлан ителеү менән Рәсәй халҡы Владимир Путинға һорауҙарын ебәрә башланы ла. Бөгөнгә уларҙың һаны йөҙәр меңләп иҫәпләнә. Шул иҫәптән Башҡортостан кешеләренән дә һорауҙар байтаҡ. Һорауҙарҙы 1 декабрҙән ҡабул итә башланылар. Уны moskva-putinu.ru сайты аша, 8-800-200-40-40 түләүһеҙ номеры, 0-40-40 номерына бушлай СМС ебәреп, шулай уҡ “Бәйләнештә”, "Класташтар” социаль селтәрҙәрендә бирергә була. Килгән һорауҙар араһында тәүге урындарҙы социаль түләмдәр, махсус хәрби операция, һаулыҡ һаҡлау темалары биләй. Шулай уҡ кешеләр тәҡдимдәр ҙә ебәрә икән. Ниндәй һорауға яуап биреүҙе Владимир Владимирович шәхсән һайлаясаҡ. Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Күренеүенсә, быйыл был сарала берҙәмлек тантана итәсәк. Сөнки ике сараны бергә ҡушҡас, унда бөтәһе лә ҡатнашасаҡ – Президент та, журналистар ҙа, ябай халыҡ та. Барығыҙҙы ла был ҡыҙыҡлы сәйәси саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ. Ул Мәскәү ваҡыты буйынса 12-лә, Башҡортостанда 2-лә башлана. Фото: kremlin.ru