Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең яңы фотолары, яңы образдары менән һәр саҡ тамашасыларын ҡыуандырып тора. Күлдәктәренең һаны ла юҡ, матурлығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Ә инде әллә күпме хайуандарҙы ҡосаҡлап, йыландарҙы муйынына уратып төшкән фотосессияларын күптәр күреп, баһалап та өлгөрҙө. Ә бына Яңы йыл алдынан Илһөйә Бәҙретдинова аждаһа образындағы яңы фотоһын күрһәткән. Сөнки киләһе йыл Аждаһа йылы. "Аждаһа йылы, ти... Алтын кейергә, ти... Аҙ ғына күрһәтергә лә ярай, ти... Кеше сәйнәргә, насар комментарийҙар яҙырға ярамай, ти. Илһөйәгә барыбер булһа ла, аждаһа яратмай, ти" - тип яҙыу ҙа ҡалдырған йырсы Яңы йыл стилендәге алтын "аждаһа" булып төшкән фотоһы аҫтында. Ә ысынлап та фото шәп килеп сыҡҡан түгелме? Һеҙҙең Аждаһа йылына әҙерһегеҙме? Ниндәй кейемдә ҡаршы алырға йыйынаһығыҙ? Фото һәм текст сығанағы: "Интертат"