Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында көслө янғын теркәлгән. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә бер ҡатлы өс фатирлы кирбес йорттағы өс бүләмәле фатирҙы ут ялмап алған булған. Утты һүндергән саҡта фатирҙа ир һәм ҡатын кәүҙәһе табыла. Ҡотҡарыусылар утты бер сәғәт һүндергән, күрше фатирҙарға ут күсеүенә юл ҡуйылмаған. Шулай уҡ Өфө ҡалаһының Мәләүез урамында 5х6 метр ҙурлығындағы бер ҡатлы кирбес торлаҡ йорт янған. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынында 1961 йылғы ир кәүҙәһен тапҡан. 12 декабрҙә иһә төндә Баймаҡ районының Үрге Мәмбәт ауылында ҙур гараж эсендәге бина янған. Унда 1982 йылғы ир кәүҙәһен тапҡандар. Бөгөн, 13 декабрҙә, таңғы сәғәт алтыларҙа Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында шәхси йорт янған. Унда үле кешене тапҡандар, фараз буйынса йорт хужаһын. Һәр осраҡ буйынса тәртип һаҡлау органдары тикшереү эштәре алып бара. Бер фараз буйынса янғын хәүефһеҙлеге ҡағи