“Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ярҙамында ойошторолған “Рәсәй һыуы” һыу объекттары ярҙарын таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһы һөҙөмтәләре “Рәсәй” форум-күргәҙмәһендә барланды. Быйыл төбәктә яр буйы биләмәләрен таҙартыу сараларында 72 мең кеше ҡатнашҡан, дөйөм тырышлыҡ менән 4 мең километрҙан ашыу майҙанды таҙартыуға өлгәшкәндәр, 10 мең куб метр сүп-сар йыйылған. - Беҙҙең төбәктең йылға буйҙарын таҙартыу буйынса иң күп өмә үткәреүселәр рәтендә булыуы, күпләп сүп-сар йыйылыуы ҡыуаныслы күренеш. Был иһә республикабыҙҙа битараф булмаған кешеләр йәшәүе тураһында һөйләй. Улар республикабыҙҙың уникаль тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға ҙур өлөш индерә, - тине республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. “Рәсәй һыуы” акцияһы ун тапҡыр ойошторолдо. Был ваҡыт эсендә өмәләрҙә 9,5 миллион ирекмән ҡатнашты. Улар һыу буйҙарынан 11 миллион тоҡ сүп-сар сығарҙы. “Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктә