Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ил һаҡсыларына әйтер һүҙе бар

Минеғәле Шайморатов исемендәге батальонды яу яланына былтыр июль айында оҙатҡан яугирҙәр араһында “Дес” позывнойлы хәрби ҙә була. – Мин 2005 йылдан хеҙмәт итәм, быныһы – өсөнсө контракт. Тәүгеһен армияла хеҙмәт тамамланыу менән төҙөгәйнем. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә, стройға баҫтым. Әсәйем, ҡатыным һәм ике ҡыҙым өсөн быныһы көтөлмәгән яңылыҡ булды, әммә ризалыҡ бирҙеләр. Моғайын, яҡын кешеләрҙең бындай хәбәрҙе шатланып ҡаршы алыуы мөмкин түгелдер. Мин яраланғас, айырыуса ҡайғырҙылар. Егеттәр менән разведканан “Урал”да ҡайтҡанда, танкка ҡаршы минаға эләктек. Ҡаты яраланғас, мине комиссовать иттеләр. Әгәр мөмкинлек булһа, мин яңынан ут эсенә инергә әҙер. Күпте күрҙем, ни өсөн һуғышҡанымды яҡшы аңланым. Йылыла, балалар эргәһендә ултырыуы рәхәт ул, тик мин уларҙың имен, тыныс тормошта йәшәгәнен, кейәүгә сыҡҡанын күргем килә. Мин өйҙә ултырһам, балаларымдың киләсәге булмаясаҡ! – тип позицияһын аңлатты “Дес”. Яраланғандан һуң ул госпиталдә ике ай дауалана, ә сентябрь айында дем

Минеғәле Шайморатов исемендәге батальонды яу яланына былтыр июль айында оҙатҡан яугирҙәр араһында “Дес” позывнойлы хәрби ҙә була. – Мин 2005 йылдан хеҙмәт итәм, быныһы – өсөнсө контракт. Тәүгеһен армияла хеҙмәт тамамланыу менән төҙөгәйнем. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә, стройға баҫтым. Әсәйем, ҡатыным һәм ике ҡыҙым өсөн быныһы көтөлмәгән яңылыҡ булды, әммә ризалыҡ бирҙеләр. Моғайын, яҡын кешеләрҙең бындай хәбәрҙе шатланып ҡаршы алыуы мөмкин түгелдер. Мин яраланғас, айырыуса ҡайғырҙылар. Егеттәр менән разведканан “Урал”да ҡайтҡанда, танкка ҡаршы минаға эләктек. Ҡаты яраланғас, мине комиссовать иттеләр. Әгәр мөмкинлек булһа, мин яңынан ут эсенә инергә әҙер. Күпте күрҙем, ни өсөн һуғышҡанымды яҡшы аңланым. Йылыла, балалар эргәһендә ултырыуы рәхәт ул, тик мин уларҙың имен, тыныс тормошта йәшәгәнен, кейәүгә сыҡҡанын күргем килә. Мин өйҙә ултырһам, балаларымдың киләсәге булмаясаҡ! – тип позицияһын аңлатты “Дес”. Яраланғандан һуң ул госпиталдә ике ай дауалана, ә сентябрь айында демобилизациялайҙар. Хеҙмәт осоронда “Батырлыҡ өсөн”, М.Шайморатов миҙалдары, исемле сәғәт менән бүләкләнә. 2008 йылда “ Десант берлегенә тоғролоҡ” отличиеһы һәм миҙалы менән наградлана. Ул тәжрибәле хәрби кеше булараҡ, йәш һалдаттарға аҡыллы кәңәштәрен дә бирҙе. –Ҡурҡыу тойғоһо бик тәбиғи, әммә Ватанды һаҡларға кәрәк. Беҙҙең башҡа юл юҡ, бер нисек тә еңелергә ярамай. Хәрби хеҙмәтте үтергә кәрәк. Хәҙер унда әҙерлек яҡшы, йыһазландырыу юғары кимәлдә.Тәүҙә ауыр булды, хәҙер аңлашылмаусанлыҡ юҡ, беҙ алға барабыҙ,– тип фекерҙәре менән уртаҡлашты “Дес”. Алғы һыҙыҡтан өйгә ҡайтҡас, яугир тыуған ҡалаһында эшләүен дауам итә. Элек уның “ Мираҫ” тип аталған зҙәрмәндәр клубы булған, хәҙер ул балалар менән шөғөлләнергә уйлай, тип яҙа "Выбор" гәзите. Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2023-12-05