Май айында Балаҡатай районында 17 йәшлек Тимур исемле егеттең юғалыуы тураһында күп тапҡырҙар хәбәр иткәйнек. Уны биш айҙан ашыу полиция, ирекмәнәр һәм эҙәрмәндәр эҙләне, тик һөҙөмтә булманы. Студент егет өләсәһенән имтихан тапшырырға тип сығып киткән еренән ғәйеп булды. Күптән түгел Юлдаш ауылы янындағы урманда уның кәүҙәһен таптылар. Һөйәккә ҡалып бөткән кәүҙә ағаста эленеп торған. Ә әле ҡурҡыныс яңылыҡ асыҡланды: Тимурҙы үлтергәндәр һәм мумияға әйләнеп бөткәс кенә аҫып киткәндәр. Был турала "Маш-Баташ" телеграм-каналы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, егет өләсәһенән Яңы Балаҡатай ауылындағы училищеға имтихан тапшырыр өсөн автобуста барырға тейеш була. Тик һуңлай. Туғандары әйтеүенсә, 17 йәшлек курсташ ҡыҙ менән машинала барырға ҡарар итәләр. Уларҙы ҡыҙҙың 39 йәшлек йөрөгән егете Илдар алып барып ҡуйырға ризалаша. Ҡыҙ эҙәрмәндәргә һөйләгән: Тимур уның өйөнә килгән, ә кейемен алмаштырған арала Илдар менән сығып киткән һәм юғалған. Туғандары әйтеүенсә, улар шунда уҡ ирҙә шикләнгән. Илдар иһә студентҡа һуҡҡайным, ныҡ булған һәм ул үлгән тигән. Үлгәнен аңлағас, кәүҙәһен йәшергән һәм биш ай үткәс кенә уны урманға алып барып ағасҡа элеп киткән. Имеш, Тимурҙың үҙенә ҡул һалғанын дәлилләргә тырышҡан. Әле Илдар СИЗО-ла, уны тикшерәләр. Фото: социаль селтәрҙәр.