Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балаҡатай пенсионерҙары “Янғантау” геопаркында булды

Балаҡатай районы пенсионерҙары "Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм" программаһы сиктәрендә “Янғантау” геопаркын ҡараны. Ул “Демография” милли проектының "Өлкән быуын" федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Сәфәрҙә Балаҡатай районынан 17 пенсионер ҡатнашты. Оло быуын вәкилдәре “Янғантау” геопаркы буйлап мәҙәни-танып белеү экскурсияһында булды. Көн дауамында улар "Ҡорғаҙаҡ" сығанағында булды, “Янғантау” визит-үҙәген, Салауат Юлаев музейын, “Янғантау” шифаханаһы биләмәһен ҡараны. Социаль әһәмиәтле проект ярҙамында пенсионерҙар тыуған республикаһы буйлап бушлай бер көнлөк турға сыға ала. Бындай сәфәр хоҡуғы менән республиканың оло йәштәге кешеләре йылына бер тапҡыр файҙалана ала. Проекттың төп маҡсаты – Башҡортостандың тәбиғәте, республиканың иҫтәлекле урындары менән танышыу. Пенсионерҙарҙың әүҙем ғүмер оҙайлығын арттырыу, уларҙың кәйефен яҡшыртыу, сәйәхәткә ылыҡтырыу һәм, әлбиттә, эске туризмды үҫтереү шулай уҡ мөһим эш. Өс йыл эсендә проект Балаҡатай районында йәшәүселәр араһында ҙур популярлыҡ яуланы. 2023 йылда 54 кеше "Янғантау геопаркы йөрәге" сәфәрендә, 88 кеше "Тарихи һәм заманса Өфө" турында ҡатнашҡан.18 кеше "Бөрө – йылға буйындағы ҡала" турына барып ҡайтҡан. Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.