Найти тему
Башҡортостан гәзите

Улар урман ҡәҙерен бәләкәйҙән белә

Башҡортостан Республикаһы мәктәп урман хужалыҡтарының визит карточкалары республика конкурсы үткәрелде. Конкурста 17 муниципаль район һәм ҡала округтарынан 22 мәктәп урман хужалығы ҡатнашты. Йәш урмансылар менән эште урман тармағы вәкилдәре "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында алып бара. Конкурстың маҡсаты республиканың мәктәп урман хужалыҡтары хәрәкәтен пропагандалау. Конкурстың бурыстары: - иң яҡшы мәктәп урмансылыҡтарын, шулай уҡ уларҙың етәкселеген асыҡлау һәм бүләкләү; - төбәктең мәктәп урмансылыҡтары эшләгән райондарҙың урман үҫтереү шарттары менән танышыу; - республиканың мәктәп урмансылыҡтары ағзаларының тәжрибәһен, ҡаҙаныштарын пропагандалау; - мәктәп урмансылыҡтары ағзаларының ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу. Һәр мәктәп урмансылығы конкурсҡа үҙенең визит карточкаһын тәҡдим итте, унда мәктәп урмансылығы тарихын, үҙ төбәгенең урман үҫтереү үҙенсәлектәрен, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе һәм эштәге ҡаҙаныштарҙы сағылдырырға, шулай уҡ етәксе менән таныштырырға кәрәк ине. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр: - “Йәшел урман” мәктәп урмансылығы (1-се мәктәп, Асҡар ауылы, Әбйәлил районы); - “Ҡарағай” мәктәп урмансылығы (2-се мәктәп, Благовещен ҡалаһы). Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.