Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төп документтың биттәренә илебеҙ, халыҡтарыбыҙ яҙмышы яҙылған

2023 йылдың 12 декабрендә илдең Төп законы – Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ҡабул ителеүҙең 30 йыллығын билдәләйбеҙ. Конституция – ул Бөтә Рәсәй хоҡуҡи системаһының нигеҙе. Ул юғары юридик көскә эйә, уларҙың мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен билдәләй. Ошо айҡанлы илдә төрлө саралар уҙғарыла, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр уға ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлаша. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, Конституция – йәшәйешебеҙҙең хоҡуҡи китабы, уның биттәрендә һәр кем ил яҙмышына, үҙ яҙмышына ҡағылған хәҡиҡәтте таба ала. – Рәсәй Конституцияһының биттәренә илебеҙ, халыҡтарыбыҙ яҙмышы яҙылған. Илебеҙ Конституцияһы – дәүләтебеҙҙең ҡоролошон, төрлө кимәлдәге федераль власть структураларының төҙөлөш принциптарын, һәр беребеҙҙең иреклектәрен һәм хоҡуҡтарын барлаған һәм уларҙың ныҡлы һағында торған иң юғары норматив-хоҡуҡи акт, йәшәйешебеҙ законы. Был тотороҡло бөгөнгөбөҙ һәм ышаныслы киләсәгебеҙ өсөн мөһим булған, Рәсәй дәүләтенең донъя кимәлендә биләгән урынын, халыҡ-ара сәйәсәтен, уның милли хәүефһеҙлеген яҡлаған һәм һаҡлаған Төп закон күп милләтле еребеҙҙең иҡтисади, мәҙәни, социаль потенциалын үҫтереүгә, милли ҡиммәттәрен, тарихи хәтерен, рухи мираҫтарын, матди байлыҡтарын, тәбиғи мөхитен һаҡлауға, халыҡтарыбыҙҙың дөйөм гражданлыҡ берҙәйлеген, берҙәм хоҡуҡи, тарихи, мәҙәни даирәһен булдырыуға йүнәлтелгән. Конституция – йәшәйешебеҙҙең хоҡуҡи китабы, уның биттәрендә һәр кем ил яҙмышына, үҙ яҙмышына ҡағылған хәҡиҡәтте таба ала, сөнки уның һәр бер позицияһы халыҡтарыбыҙҙы, күп милләтле уникаль мәҙәни даирәбеҙҙе, туған телдәребеҙҙе һәм диндәр төрлөлөгөн, үҙебеҙҙең быуаттар буйына һаҡлыҡ менән ынйылай йыйылған традицион рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға, яҡлауға һәм үҫтереүгә бәйле. Был ахырызамандың Көнбайыш мәҙәниәтендә тыуған ялған, башҡа һыймаҫлыҡ лозунгтары һәм символдары йәшәйешебеҙгә, бигерәк тә йәш быуындарҙың рухи торошона янағанда, Конститутуция - ошо күренештәрҙең беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә таралыуына ныҡлы ҡаршы торған хоҡуҡи ҡәлғә. Әйткәндәй, Европа илдәрендә модаға ингән, тәбиғәт, кеше йәшәйеше, дин ҡанундарын инҡар иткән төрлө традицион булмаған мөнәсәбәттерҙе данлаған идеологияға 2020 йылда Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр ҡаршы сыҡты һәм йәмғиәтебеҙҙә ғаилә – изге ҡиммәт һәм ул ата-әсә N1 hәм ата-әсә N2 бәйләнеше түгел, ә ир-атай һәм ҡатын-ҡыҙ-әсәй союзы тип раҫланы. Беҙҙең Конституциябыҙ нигеҙендә – халыҡтар дуҫлығы, ил берҙәмлеге, милли төрлөлөк, телдәр, диндәр, мәҙәниәттәр диалогы, илһөйәрлек, бала саҡҡа, ололарға, эш кешеһенә ихтирам һәм иғтибар ята. Йәшәйешебеҙҙең Төп законының төп мәғәнәһе шунда: берҙәмлектә, дуҫлыҡта көс, тотороҡло үҫеш, дәүләт һәм халыҡтарыбыҙҙың, һәр бер кешенең хәүефһеҙлегендә, - тине Зөһрә Рәхмәтуллина. Фото: vk.com, Зугура Рахматуллина