Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов ҡатнашты. – Рәсәй Конституцияһының 30 йыл тулған көндә беҙ яңыртылған студия асабыҙ. Бында башҡорт телевидениеһының иҫ киткес мираҫы формалашҡан. Шулай уҡ студияла Арыҫлан Мөбәрәков, Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим, мәҙәниәтебеҙҙең башҡа бик күп күренекле вәкилдәре лә булған, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы, ә Рифат Сабитов иһә республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Студияны асыу тантанаһы ваҡытында Луганск Халыҡ Республикаһы менән бәйләнеш булдырылды. “Луганск” дәүләт телерадиокомпанияһы вәкилдәре Башҡортостандағы коллегаларын мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм республиканың Донбасс төбәктәренә нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләне. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы халҡы ла бәйләнешкә сыҡты. Бында Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тыуған. Бөгөн унда Рәсәй Конституцияһының 30 йыллығы хөрмәтенә байрам үткән. Фото: glavarb.ru