Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бурысҡа алыуҙың да үҙ ҡағиҙәләре бар

Аҡса иҫәп-хисап, тәртип ярата. Шуға бурысҡа алыу-биреүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар: кешегә аҡса биргәндә уң ҡул менән биреп, ул кире ҡайтарғанда һулы менән алыр кәрәк, йәғни сәғәт телдәре буйлап аҡса һеҙҙә әйләнеп йөрөһөн. Шулай уҡ яңы ай тыуған ваҡытта үтескә алып, тулған сағында бурысты ҡайтарыу ҙа кешенең матди йәһәттән байығыуына булышлыҡ итер. Һәм биргән саҡта эстән генә мин бай, һинең дә бай булыуыңды теләйем, тип әйтеп бирегеҙ. Шишәмбе көн кешенән бурысҡа аҡса алмағыҙ, дүшәмбе үҙегеҙ бирмәгеҙ. Эш хаҡын алған көндө бер тинегеҙҙе лә тотонмаҫҡа кәңәш ителә. Килгән аҡсалар бер төн һеҙҙә йоҡлаһын. Шунан ғына кәрәкле ерҙәргә тотона башларға мөмкин. Халыҡта ла бит элек-электән уларға бәйле күп юрамыштар йәшәп килә. Мәҫәлән, кискеһен кешегә аҡса бирергә ярамай, биргән осраҡта иҙәнгә һалып, тапап бирәләр. Өйҙә һыҙғырырға ярамай, аҡса булмай һәм башҡалар. Фото: "Башинформ".