Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡандарҙың селтәр үргән ирекмәндәр менән осрашыуын күргәнегеҙ бармы? Ауырлыҡтар, ҡан ҡойошто күргән ир-егеттәрҙең күҙҙәре һикһәнде ҡыуған апай-ағайҙарҙың, студенттарҙың һәм төрлө йәштәге кешеләрҙең тырышлығын күреп, ҡыуаныстан нисек нурланғанын күрһәгеҙ! Эйе, илгә килгән һынау һәммәбеҙҙе берләштерҙе. Селтәр үреү цехына ярҙам итеү маҡсатында иртәнән кискә тиклем кеше ағыла. Шкаф-шифоньер төптәрендә бер аҙ иҫкергән түшәк кәрәк-ярағы, таҫтамалдар, ныҡлы туҡымалар, одеалдар ята икән, һеҙ ҙә уларҙы редакцияға килтерә алаһығыҙ. Бөгөн ирекмәндәр янына ялға ҡайтҡан “Ҡаҙаҡ” позывнойлы яугир инеп сыҡты. Мәләүез механика технология колледжында белем алған Мәләүез егете яҙмышын 13 йыл элек әрме хеҙмәтенә бәйләгән. Контракт буйынса хеҙмәт иткән өлкән сержант Чечняла, Тажикстанда байтаҡ тәжрибә туплаған, ауыр шарттарҙа ла үҙен ғәҙәти тоя. “Донецк яғында сағыштырмаса тыныс, еңеү яҡынлашҡаны һиҙелә, кейем-һалым, ашау, ҡорал етә. Гуманитар ярҙам килеп тора, ойошмалар машина, квадракоптер һатып алып ебәрә. Яугирҙәрҙең кәйефе күтәренке. Ашарға үҙебеҙ бешерәбеҙ. Дин әһелдәре килеп рухи ярҙам күрһәтә”. - Аҙ ғына аралашҡан арала ундағы тормош тураһында бер-ике кәлимә һүҙ әйтте. Тыныс тормошто һаҡлаған яугирҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласағын беләбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.