Өфө фән һәм технологиялар университеты менән “Фармстандарт” һәм “Фармстандарт- ӨфөВИТА” компанияһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был студенттарға киләсәктәге үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ һалырға, уҡып бөткән белгестәрҙе донъя кимәлендәге компетенциялар менән тәьмин итергә ярҙам итә, ә фармацевтика компанияһы юғары квалификациялы белгес ала. Килешеүгә Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров һәм “Фармстандарт – ӨфөВИТА” -ның генераль директоры Наил Нәжметдинов ҡул ҡуйған. Килешеү оҙайлы перспективаға иҫәпләнгән, әммә бөгөн үк төп мәсьәлә – маҡсатлы кадрҙар әҙерләү тормошҡа ашырыла. Тәүге ун студент собеседование үткән, һәм улар фармацевтика предприятиеһына стажировка үтергә ебәреләсәк. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыусылар компаниянан 10 мең һум күләмендә стипендия ла аласаҡ. Етәкселек киләсәктә өҫтәмә эш урындары иҫәбенә маҡсатлы йүнәлтмәнең күләмен арттырырға ниәтләй. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22501/
Өфө университеты менән "Фармстандарт - ӨфөВИТА" үҙ-ара хеҙмәттәшлек итәсәк
12 декабря 202312 дек 2023
~1 мин