Ир яҙмышы – ил яҙмышы, тип әйткән халҡыбыҙ. Тормошта был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин да үҙ өлгөһөндә күрһәтте – Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланды. Рафиҡ Үзбәк улы хәрби хәбәрсе булараҡ, күп тапҡыр Донбасста булып ҡайтты, илебеҙгә ҡушылған төбәктәрҙең тормошон яҡтыртты, данлыҡлы генерал Шайморатов исемен мәңгеләштереүгә күп өлөш индерҙе. – Егет кешенең һүҙе менән эштәре тап килергә тейеш. Шуның өсөн дә 2020 йылдан бирле Донбасс юлын тапайым һәм әлеге ваҡытта үҙемде махсус хәрби операция биләмәһендә кәрәкле кеше итеп тойҙом, тоям. Илемә, республикама һәм халҡыма файҙам тейер, тип уйлайым. Шуның өсөн дә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланам, - тип белдерҙе Рафиҡ Үзбәк улы. Рафиҡ Әхмәтшинды ғаиләһе, Белорет районынан килгән туғандары, яҡташтары, хеҙмәттәштәре оҙатып, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләне. – Хеҙмәттәшебеҙ, "Яңылыҡтар" хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин махс
Билдәле журналист Рафиҡ Әхмәтшин көмөш туйы көнөндә тыуған илде һаҡларға юлланды
12 декабря 202312 дек 2023
1
2 мин