Найти в Дзене

Дөрөҫ эсһәң генә дарыу...

Һеҙҙең иғтибарға ғәҙәттәге күренеш. Табип “был дарыуҙарҙы ашағандан һуң өс тапҡыр эсегеҙ”, тип ҡуша. Бөтәһе лә аңлайышлы, асыҡ кеүек. Көнөнә өс тапҡыр – тәүлегенә өс тапҡыр, һәр һигеҙ сәғәт һайын тигән һүҙ. Ҡайһы бер пациенттар, көн оҙонлоғон ғына өскә бүлеп, ныҡ хаталана. Ә бит оҙайлы төнгө тәнәфестең хәлде ҡатмарландырыуы ихтимал. Ашағандан һуң ... ә был күпме? Шунда уҡ дарыуҙы йоторғамы, әллә ун минут, ярты сәғәт үткәсме? Табиптың “ашағанға тиклем” тигән күрһәтмәһе тағы ла ҡатмарлыраҡ. Ул дарыу эскәндән һуң мотлаҡ ашарға кәрәк, тигәнде аңлатамы? Әллә препарат буш ашҡаҙанға эләгергә тейешме? Йыш ҡына табиптар аңлайышлы булһын өсөн белешмә йәиһә буклет тоттора. Тик пациенттар уларҙы уҡымай. Табиптың әйткәненә һәр саҡта ла иғтибар биреп еткерелмәй, өҫтәүенә пациенттарҙы ҡабул итеүгә тәғәйен ваҡыт та бик тар. “Ауырыуҙар йыш ҡына үҙҙәре эскән дарыуҙар атамаһын да белмәй”, тип зарлана белгестәр “Ниндәй дарыуҙар эсәһегеҙ?”, тигән һорауға ҡайһы берәүҙәрҙең “әллә, онотҡанмын, бәләкәй генә т

Һеҙҙең иғтибарға ғәҙәттәге күренеш. Табип “был дарыуҙарҙы ашағандан һуң өс тапҡыр эсегеҙ”, тип ҡуша. Бөтәһе лә аңлайышлы, асыҡ кеүек. Көнөнә өс тапҡыр – тәүлегенә өс тапҡыр, һәр һигеҙ сәғәт һайын тигән һүҙ. Ҡайһы бер пациенттар, көн оҙонлоғон ғына өскә бүлеп, ныҡ хаталана. Ә бит оҙайлы төнгө тәнәфестең хәлде ҡатмарландырыуы ихтимал. Ашағандан һуң ... ә был күпме? Шунда уҡ дарыуҙы йоторғамы, әллә ун минут, ярты сәғәт үткәсме? Табиптың “ашағанға тиклем” тигән күрһәтмәһе тағы ла ҡатмарлыраҡ. Ул дарыу эскәндән һуң мотлаҡ ашарға кәрәк, тигәнде аңлатамы? Әллә препарат буш ашҡаҙанға эләгергә тейешме? Йыш ҡына табиптар аңлайышлы булһын өсөн белешмә йәиһә буклет тоттора. Тик пациенттар уларҙы уҡымай. Табиптың әйткәненә һәр саҡта ла иғтибар биреп еткерелмәй, өҫтәүенә пациенттарҙы ҡабул итеүгә тәғәйен ваҡыт та бик тар. “Ауырыуҙар йыш ҡына үҙҙәре эскән дарыуҙар атамаһын да белмәй”, тип зарлана белгестәр “Ниндәй дарыуҙар эсәһегеҙ?”, тигән һорауға ҡайһы берәүҙәрҙең “әллә, онотҡанмын, бәләкәй генә түңәрәк, йәшел төҫтә...”тигәнерәк яуаптарынан табиптарҙың сәстәре үрә тора. Бер дарыу ҙа кәнфит түгел, уларҙы үҙ ваҡытында дөрөҫ эсеү генә файҙа килтереүе ихтимал. Фото:magadanmedia.ru.