Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ғәйеп" морожныйҙамы?

“Улым, ҡаршы төшөүемә ҡарамаҫтан, морожный алдырҙы. Хәҙер бына ауырый...” – тип зарлана Альбина. Ысынлап та, морожный ашағандан ғына ауырып китергә мөмкинме? –Морожный, әлбиттә, һыуыҡ сығанағы, тик уны ашауҙан сәләмәт кеше ауырып китә алмай. Иммунитеты йомшаҡ булған кешелә сәләмәтлеккә бәйле проблема тыуыуы ихтимал. Һыуыҡ морожный тәьҫире аҫтында өҫкө ҡан тамырҙары ҡыҫыла һәм ҡанға вирус һәм бактерияларҙы йоғошһоҙландырыусы иммун күҙәнәктәре – лимфоциттар килеүе кәмей. Шул арҡала иммунитет түбәнәйә, һәр кемдең организмында булған шартлы- патоген микрофлора үҫешә башлай. Әгәр кеше тонзиллит йәки фарингит менән яфаланһа, һыуыҡ алғандан һуң сирҙең киҫкенләшеүе мөмкин, – тип аңлата табиптар. “Ә һалҡын душ алғандан һуң ауырып китеү мөмкинме?” Белгестәр әйтеүенсә, һалҡын душ сир сәбәбе була алмай. Ул эске ағзаларҙағы ҡан әйләнешен яҡшырта, мускулдарҙы йомшарта, тәьҫирле сынығыу сараһы булып тора. Тән бер ни тиклем ваҡытҡа һыуыҡҡа бирешмәй, ә иммун системаһы нығына. Һалҡын душ депрессияға һәм

“Улым, ҡаршы төшөүемә ҡарамаҫтан, морожный алдырҙы. Хәҙер бына ауырый...” – тип зарлана Альбина. Ысынлап та, морожный ашағандан ғына ауырып китергә мөмкинме? –Морожный, әлбиттә, һыуыҡ сығанағы, тик уны ашауҙан сәләмәт кеше ауырып китә алмай. Иммунитеты йомшаҡ булған кешелә сәләмәтлеккә бәйле проблема тыуыуы ихтимал. Һыуыҡ морожный тәьҫире аҫтында өҫкө ҡан тамырҙары ҡыҫыла һәм ҡанға вирус һәм бактерияларҙы йоғошһоҙландырыусы иммун күҙәнәктәре – лимфоциттар килеүе кәмей. Шул арҡала иммунитет түбәнәйә, һәр кемдең организмында булған шартлы- патоген микрофлора үҫешә башлай. Әгәр кеше тонзиллит йәки фарингит менән яфаланһа, һыуыҡ алғандан һуң сирҙең киҫкенләшеүе мөмкин, – тип аңлата табиптар. “Ә һалҡын душ алғандан һуң ауырып китеү мөмкинме?” Белгестәр әйтеүенсә, һалҡын душ сир сәбәбе була алмай. Ул эске ағзаларҙағы ҡан әйләнешен яҡшырта, мускулдарҙы йомшарта, тәьҫирле сынығыу сараһы булып тора. Тән бер ни тиклем ваҡытҡа һыуыҡҡа бирешмәй, ә иммун системаһы нығына. Һалҡын душ депрессияға һәм стресҡа ҡаршы ла бына тигән дауа. Йөрәк- ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар кешеләргә генә һалҡын душ алыу тәҡдим ителмәй. “Елләткестең организмға зарары бармы?” –Елләткес өргән һауанан сирләп китеүе мөмкин түгел, – тип аңлата табиптар. – Кондиционерҙан айырмалы, елләткес һауаны һыуытмай һәм кешегә һалҡын тейҙерә алмай. Үтә һуҡҡан елдән һаҡланығыҙ. Елләткесте туранан-тура бәләкәй балаларға йүнәлтергә ярамай, стенаға табан йүнәлтһәгеҙ, сабыйҙарға һауа ағымы зыян итмәҫ. Фото: balabolkina.ru